Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
28 Ғинуар 2020, 08:45

Студенттар көнө уңайынан...

Балтас районы Тусыбай ауыл мәҙәниәт йортонда студенттар менән осрашыу күңелле үтә.

Был хаҡта редакциябыҙға Тусыбай ауыл мәҙәниәт йорто методисы Миләүшә Ҡасимова хәбәр итте:
  • Студенттар көнө уңайынан китапханасы Неля Ғимаева менән ауыл мәҙәниәт йортонда һәр йылды колледж һәм техникум студенттары каникулдарының һуңғы көндәрендә студенттар менән осрашыу үткәрәбеҙ. Ни өсөн колледж студенттарының каникулында тиһәк, беренсенән, уҡыусыларҙың күбеһе 9-сы класты тамамлағас та һөнәри уҡыу йорттарын һайлау сәбәпле, йәштәрҙең күбеһе колледждарҙа уҡый, икенсенән, колледж студенттары әле 9-сы класты ғына тамамлап таралышып, бер-береһен һығынып, күрешергә ашҡынып ҡайта.
  • Быйыл да осрашыу һағыныу хистәре һәм йылылыҡ бөркөп торған дуҫтарса аралашыу булараҡ күңелле үтте. Тәүҙә улар үҙҙәренең уҡыуы, студент тормошоноң ҡыҙыҡ мәлдәре, ҡайһы бер ауырлыҡтары хаҡында һөйләне. Осрашыуға килгән студенттар араһында бер генә ҡыҙ, ә ҡалғандары егеттәр.
    Студенттар көнө — Татьяна көнө булғанлыҡтан, Татьяналар конкурсы ла планлаштырылғайны. Осрашыуҙа бер генә ҡыҙ булғас, егеттәр аптырап ҡалманы, Татьяна булып алдылар ҙа, конкурсты үтеп тә сыҡтылар. Кисәнең икенсе өлөшө күңелле сәй эсеү һәм студенттарҙың яратҡан йыры менән тамамланды.
    Барыһы ла киләһе каникулдарҙа ла осрашырға ниәтләп, өр-яңы көс менән уҡыу йорттарына юлланды.
    Наилә Имаева.
    Читайте нас