Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
27 Ғинуар 2020, 11:15

Тыуған ер йырсыһы

Иҫке Ҡаҙансы урта мәктәбендә ауыл китапханаһы белем усағы менән берлектә районыбыҙҙың — 90, күренекле яҡташыбыҙ Владимир Иванович Герасимовтың тыуыуына 95 йыл тулыуға арналған тәрән йөкмәткеле сара үткәрә.

“Тыуған ер йырсыһы” тип аталған был кисә бик фәһемле була. Уны ауыл китапханасыһы Гөлфинә Исламова менән мәктәп китапханасыһы Гөлсинә Фазылйәнова әҙерләп ойоштора. Сарала Иҫке Ҡаҙансы ауыл биләмәһе башлығы Илдар Денисламов, мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар, район үҙәгенән ҡунаҡтар — Асҡын тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы етәксеһе Әнзирә Ноғоманова менән тыуған яҡты өйрәнеүсе Рәфхәт Сәлимгәрәев ҡатнаша.
Осрашыуҙың маҡсатын, әһәмиәтен билдәләп, сараны Гөлфинә Ҡәнифйән ҡыҙы аса. Ул быйыл районыбыҙға 90 йыл тулыуын, был датаға әҙерлек сиктәрендә ниндәй эштәр башҡарыласағы тураһында һөйләп, Владимир Герасимов тормошо һәм ижады менән таныштыра.
Артабан уҡыусылар менән күренекле яҡташыбыҙҙың шиғырҙарына байҡау яһайҙар. Владимир Ивановичтың бер нисә шиғырын уҡыусылар яттан һөйләп тә күрһәтә.
Әнзирә Мөкәрәм ҡыҙының сығышы ла бик йөкмәткеле була. Ул үҙенең нисек итеп яҡташыбыҙ менән осрашыуы, бәйләнештә булыуы тураһында һөйләп, бай мәғлүмәтле слайд-шоу күрһәтә. Музейҙа һаҡланған костюмдары, хаттарын да уҡыусыларға алып килеп күрһәтә.
Рәфхәт Хәмит улы Владимир Герасимов тураһындағы хәтирәләре менән бүлешеп, уға атап яҙған шиғырын уҡый.
Ауылдың хөрмәтле кешеһе, мәғариф ветераны, тыуған яҡты өйрәнеүсе Ансар Солтановтың сығышы ла иҫтә ҡалырлыҡ була. Ул күренекле яҡташыбыҙҙың ижадын һәр саҡ күҙәтеп барыуы, уның менән бәйләнештә булып, хатлашып тороуы хаҡында бәйән итә.
Күренекле яҡташыбыҙ тураһында бай мәғлүмәт биргән был сараны ойоштороусыларға, шулай уҡ осрашыуға килгән ҡунаҡтарға, уҡыусыларға ауыл биләмәһе башлығы Илдар Денисламов рәхмәт белдереп, яҡташтарыбыҙҙы онотмаҫҡа, уларҙың ижадын, тормошо юлын өйрәнергә саҡыра.
Шулай итеп, был сара тәрбиәүи яҡтан да, мәғлүмәт еткереү яғынан да бик әһәмиәтле, файҙалы һәм фәһемле була. Хәтер кисәһендә шиғырҙарында һәм йырҙарында тыуған еребеҙҙе данлаған күренекле яҡташыбыҙ Владимир Герасимовты оло хөрмәт менән, ғорурланып иҫкә алалар.
Наилә Имаева.
Читайте нас