— Был көндәр беҙҙең өсөн бик көсөргәнешле. Улым Илһам әле генә физиканан олимпиадала яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеп, призер булып ҡайтты. Бына алда математика һәм ОБЖ-нан олимпиадаға бараһы бар. Бөгөн Дилбәр ҡыҙым да биологиянан төбәк олимпиадаһында 1-се турҙы үтә. Икеһе өсөн дә һөйөнәбеҙ ҙә, шул уҡ ваҡытта уйланып, борсолабыҙ ҙа. Бөтә эштәрҙе уңышлы ғына башҡарып, иҫән-һау йөрөп ҡайтһындар. Физика буйынса олимпиадаға райондан Асҡын 2-се мәктәбе уҡытыусыһы Рөстәм Ҡазыханов етәкселегендә йөрөп ҡайттылар, — тип һөйләне Илһамдың атаһы Мәғдән ағай.