Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
27 Ғинуар 2020, 07:15

“Блокада икмәге”нән ауыҙ итәләр

27 ғинуар – Ленинград ҡамауын өҙгән көнгә арнап, Яңы Ҡара ауылы клубында «Блокада икмәге» республика акцияһы сиктәрендә “Һуғышҡа “юҡ!” тип әйтәбеҙ” тигән тәрән йөкмәткеле сара үтә.

Уны клуб методисы Гөлнара Шәймөхәмәтова менән китапханасы Ләйсән Ғәлимйәнова әҙерләп үткәрә. Был турала беҙгә Ҡаҙансы ағинәйҙәрен етәкләүсе Мәмдүнә Ғаян ҡыҙы Зарипова шылтыратып һөйләне.
  • Бәләкәй генә ауылда клубта һәр ваҡыт фәһемле саралар үтеп тора. Был юлы ла Гөлнара Шәйхинурова менән Ләйсән Ғәлимйәнова бик ҙур әһәмиәткә эйә хәтер кисәһе үткәрҙе. Унда Яңы Ҡара ауылы халҡы, урындағы мәктәп уҡыусыларынан тыш, Ҡаҙансы ауыл биләмәһе башлығы Илдар Денисламов та, Ҡаҙансы ағинәйҙәре лә ҡатнашты. Атай-олатайҙары Ленинград блокадаһында булғандар сығыш яһап, яҡындарының ҡаһарманлығын иҫкә алды, документаль факттарға таянып, Бөйөк Ватан һуғышының хәл иткес боролошон тәьмин иткән ҡан ҡойғос бәрелеше тураһында ла һөйләнеләр.
  • Сығыш яһаусыларҙың һәр береһе “Беҙ бөгөн тыныс, матур тормошта йәшәүебеҙ менән ғорурланырға һәм һуғышта баштарын һалған яугирҙарыбыҙҙы онотмаҫҡа тейеш” тигән һүҙҙәр менән тамамланы.
    Уҡыусылар ҙа әүҙем ҡатнашты, илһөйәрлек менән һуғарылған йырҙар йырлап, өлкәндәрҙең әйткәнен иғтибар менән тыңланы.
    Сара һуңында һәр кемгә 125 грамлыҡ итеп киҫелгән ҡара икмәк тараттылар.
    Артабан бергәләп ауылдың хөрмәтле кешеһе, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, нәҡ ошо Ленинград блокадаһында ҡатнашҡан Малик Әғзәм улы Ғайсиндың хәлен барып белдек, — тип һөйләне Мәмдүнә Ғаян ҡыҙы.
    Наилә Имаева.
    Читайте нас