Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
25 Ғинуар 2020, 17:45

Телһөйәрҙәребеҙ барыһын да һоҡландырып, еңеп ҡайтты!

“Урал батыр” эпосын донъя телдәрендә яттан һөйләү буйынса Халыҡ-ара бәйгелә иң күп призлы урын - Асҡын районы уҡыусыларында! Афариндар!

24 ғинуарҙа Өфөлә, Башҡортостан социаль технологиялар инситутында, Башҡортостан Республикаһы, Рәсәй Федерацияһы халыҡтары һәм донъя телдәрендә «Урал-батыр» эпосын яттан һөйләүселәрҙең X Халыҡ-ара конкурсы үтте. Ойоштороусылар билдәләүенсә, бәйге ағымдағы йылдың йәйендә үтәсәк VI Бөтә донъя фольклориадаһына үҙенә күрә бер әҙерлек булып тора.

- Бәйгенән яҡшы тәьҫораттар алып, ҡыуанып, уҡыусыларыбыҙ менән ғорурланып йөрөп ҡайттыҡ, - ти Асҡын 2-се мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Дилбәр Зөфәр ҡыҙы. - Бәйгелә бөтәһе 350, ә ситтән тороп ҡатнашыусыларҙы ла иҫәпләһәк, 500 бала ҡатнашты. Районыбыҙҙан 14 уҡыусы барҙы. Уларҙың 12-һе призлы урын һәм номинацияларҙа еңеү яуланы. Ул ғына ла түгел, асҡындар дүрт секцияла 1-се урынға лайыҡ булды! Быға хатта жюри ағзалары ла таң ҡалды. Шундай көслө, һәләтле балалар әҙерләп алып килгән өсөн, уҡытыусыларға ҙур рәхмәт белдерҙеләр. Асҡындарҙың сығышы ысынлап та барыһын да таң ҡалдырҙы. Уҡыусым, район этабында Гран-при яулап, Өфөлә 1-се урын алыусы Илнара Ғәйбәтованың костюмын айырыуса оҡшаттылар. Уны күреү менән тирәләй уратып алып, һорашырға, фотоға төшөрөргә башланылар. Еңеүселәрҙе ҡотлағанда ла асҡындарҙың быйыл айырыуса сағыу сығыштары һәм костюмдары менән һоҡландырыуын билдәләнеләр.


Эйе, телһөйәрҙәребеҙ Асҡыныбыҙҙы данға күмде. Һоҡланмаҫлыҡ та түгел!
Асҡын 2-се мәктәбенән һигеҙ уҡыусы ҡатнашып, алтыһы еңеү яулай.
Илнара Ғәйбәтова - “Башҡорт теле” секцияһында 1-се урынға, Кристина Чахалян - “Донъя телдәрендә” - 1-се урынға, Ралина Ғайсина - “Рус теле” секцияһында 2 -се урынға лайыҡ була.
Рус теле секцияһында “Артислыҡ оҫталығы өсөн” номинацияһында - Айгөл Ғарифуллина, ә Наҙгөл Ҡорбанова ” Иң яҡшы музыкаль биҙәлеш” номинацияһында еңеү яулай.
Донъя телдәре” номинацияһында Ильяс Хәйруллин “Персонаждарҙың ҡылыҡтарын ҙур оҫталыҡ менән сағылдырған өсөн “ номинацияһында еңеүгә өлгәшә.
Асҡын 1-се мәктәбенән 6 уҡыусы ҡатнаша. Уларҙың дүртеһе “Урал батыр” эпосын сәхнәләштерә: Урал - Максим Рогатин, Ҡатил батша – Илдар Муллаяров, Ҡатил батша ҡыҙы – Алина Имаева, һөйләүсе – Аделина Вәлишина - “Рус теле “номинацияһында 1-се урын яулай.
Донъя телдәре” номинацияһында Динара Шакирова 1-се урын, “Рус теле” һәм “Инглиз теле” секцияларында ҡатнашыусы Аделина Сәмиғуллина “Ижади ҡараш” номинацияһында еңеүсе була.
Ҡашҡа мәктәбенән Дилә Хәжиәкбәрова эпосты башҡорт телендә яңғыратып, “Хисле һәм йөрәктәргә үтеп инерлек һөйләгәне өсөн” номинацияһында еңеү яулай.
Халыҡ-ара бәйгелә районыбыҙҙы данлаған уҡыусыларға һәм уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларға, шулай уҡ уҡытыусыларҙы яңынан-яңы еңеүҙәргә дәртләндереп, һәр саҡ ярҙам итеүсе район мәғариф бүлеге методисы Мөнзилә Әхмәтоваға рәхмәт белдереп, “афарин!” тибеҙ һәм артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ!


Наилә Имаева.


Читайте нас