Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
22 Ғинуар 2020, 09:14

“Киске телеүҙәк”те ҡарарға онотмағыҙ!

Бөгөн 19.00 сәғәттә БСТ телеканалындағы «Киске телеүҙәк» тапшырыуында Асҡын мәғлүмәт үҙәге директоры, Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фәйрүзә Юнысова сығыш яһаясаҡ.

Бөгөнгө «Киске телеүҙәк» тапшырыуында һүҙ Башҡорт теле йылы сиктәрендә район һәм ҡалаларҙа үткәреләсәк саралар тураһында барасаҡ.
Гөлсимә Иштанова алып барған тапшырыуҙа «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара союзы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Лариса Абдуллина, Стәрлетамаҡ һәм Дим районы башҡорттары ҡоролтайы етәкселәре Ләйсән Йәркәева менән Наил Әминев, Ишембай башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Рифат Әйүпов та ҡатнаша.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлегенең Башҡорт теле йылын үткәреү тураһында башланғысы БР Башлығы тарафынан хуплау тапты һәм республикала , Рәсәйҙең башҡорттар күпләп йәшәгән субъектарында бойомға ашырыласаҡ. Уның маҡсаты- йәмәғәтселектә башҡорт телен өйрәнеүгә, башҡорт мәҙәниәте һәм әҙәбиәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыу, башҡорт телен популярлаштырыу, республикала һәм унан ситтә, башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙә, башҡорт телен уҡытыу шарттарын яҡшыртыу, дәүләт теле булараҡ телебеҙҙең ҡулланыу даирәһен үҫтереү.
Наилә Имаева.
Читайте нас