Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
22 Ғинуар 2020, 12:50

Иң әүҙемдәр бүләкле булды!

Бөгөн Асҡын мәғлүмәт үҙәгендә “Йәнтөйәк” район-ара гәзите сайтында барған “Иң үҙенсәлекле Яңы йыл фотоһы” конкурсы еңеүселәрен тәбрикләнек.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бәйгелә 12 кеше ҡатнашып, иң күп тауыш (2138 просмотр) йыйып, Руслан Муллаяров I урынға сыҡҡайны. 1451 тауыш йыйыусы Эльза һәм Булат Нафиҡовтар — II, 1016 тауыш йыйыусы Фәнисә Йосопова III урынға лайыҡ булғайны. Еңеүселәрҙе ҡотлап, әүҙемлектәре, сәмле, ғәмле булыуҙары өсөн рәхмәт белдереп, киләсәктә лә шулай беҙҙең башланғыстарыбыҙҙы күтәреп алып, һәр саҡ әүҙем, рухлы булыуҙарын теләп, иҫтәлеккә бүләктәр тапшырҙыҡ. Фәнисә Йосопова өсөн бүләкте ҡыҙы Инзилә Ғәлиева килеп алды.
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ!
Наилә Имаева.
Зимфира Нартдинова фотолары.
Читайте нас