Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
20 Ғинуар 2020, 18:35

Халыҡ ижадынан илһам алып...

«Тере шишмәләр» район смотр-фестивале старт алды.

VI Бөтә донъя Фольклориадаһына әҙерлек сиктәрендә бөгөн «Тере шишмәләр» халыҡ ижады район смотр-фестивале старт алды. Тамашасылар һәм жюри алдында Асҡын ауыл биләмәһе мәҙәниәт усаҡтарының фольклор коллективтары һәм район Мәҙәниәт йортоноң халыҡ фольклор коллективтары сығыш яһаны. Сарала ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы Ришат Дихин сәләмләне.

Коллективтарҙың сағыу сығышынан һуң асҡындар фестиваль-марафон штандартын табаҫҡытамаҡтарға тапшырҙы.

Смотр-фестиваль сиктәрендә халыҡ оҫталарының ҡул эштәренән һәм аш-һыуҙарынан бай күргәҙмә лә әҙерләнгәйне.

Быларҙың барыһы тураһында тулыраҡ гәзитебеҙҙә уҡырһығыҙ!

Наилә Имаева.

Читайте нас