Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
19 Января 2020, 08:43

Әхмәҙишиндар спорт байрамында ҡатнашты

#новогодниесемейныеигры 2020, #семейныеканикулыКисә Өфөлә “Динамо” стадионында “Яңы йыл ғаилә уйындары-2020” республика фестивале үтте.Тулыраҡ:





Кисә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән республика халҡының яңы йыл байрамдарын әүҙем, сәләмәт үткәреү, физкультура һәм спортты пропагандалау маҡсатында “Яңы йыл ғаилә уйындары-2020” фестиваленең финалы үтте.


Республика матбуғат сараларында хәбәр итеүҙәренсә, был фестиваль республика Хөкүмәте, “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе, республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт, Мәғариф һәм фән министрлыҡтары ярҙамында ойошторолған. Сараға ярашлы ойошторолған старттарҙа барыһы 103500 кеше, 13470 ғаилә командаһы ҡатнашҡан. 27 спорт төрө буйынса уҙғарылған ярыштарҙа тотош Башҡортостан буйынса 216144 кеше үҙ көсөн һынап ҡараған.Был фестиваль “Сәләмәт төбәк – көслө төбәк” проектына ярашлы үткәрелә. Сарала Башҡортостаныбыҙҙың төрлө төбәктәренән 69 ғаилә ҡатнаша. Улар барыһы ла үҙ төбәктәрендә беренсе урын яулаған.

Районыбыҙҙан был спорт байрамында “Яңы йыл ғаилә уйындары-2020” республика фестиваленең муниципаль этабында еңеү яулаған Гөлнур һәм Рәнис Әхмәҙишиндар ғаиләһе ҡатнашты.

- Районыбыҙҙа ла “Яңы йыл ғаилә уйындары-2020” фестивале ойошҡанлыҡ менән үтте. Яңы йыл каникулдарында 18 мәктәптә ошо проект сиктәрендә спорт һөйөүсе ғаиләләр араһында “Күңелле старттар” ойошторолдо. Уларҙа еңеүселәр район этабында үҙ-ара көс һынашты һәм Әхмәҙишиндар ғаиләһе еңеп сыҡты, - тип һөйләне Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Рәмзил Мәхийәнов. - Кисә беҙ Өфөлә үткән фестивалдә ҡатнаштыҡ. Гөлнур һәм Рәнис Әхмәҙишиндар 2-се класта уҡыусы улдары Артур менән бөтә һынауҙарҙы лайыҡлы үтте. Республика буйынса бик көслө командалар килгәйне. Асҡындар призлы урындар яулай алмаһа ла, 69 район араһында яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. Әхмәҙишиндар БСТ телеканалы, “Юлдаш” радиоһы хәбәрселәре менән дә ихлас аралашып, спорт байрамынан алған яҡты тәьҫораттары менән бүлеште. Улар муниципаль этап еңеүселәре булараҡ Диплом менән бүләкләнде. Сара бик матур үтте, ысын мәғәнәһендә спорт һөйөүсе ғаилә байрамы булды. Фестивалгә килеүселәрҙе республика Хөкүмәте, “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе, республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт, Мәғариф һәм фән министрлыҡтарынан да етәкселәр сәләмләне.

Наилә Имаева.

Рәмзил Мәснәүиев фотолары.

Читайте нас