Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Баш
Рус
Тат
Новости
15 Ғинуар 2020, 13:55
Алимент буйынса 2 млн һумлыҡ бурысын түләткәндәр
Балаларына алимент түләмәү өсөн ирҙәр ниндәй генә юлға бармай.
Өфөнән алимент түләүҙән төрлөсә ҡасып йөрөгән ирҙең дә 4 млн һум бурысы йыйылып киткән. Улдарына ярҙам итмәҫ өсөн ул эш хаҡын рәсмиләштермәгән, үҙенә бер мөлкәтен дә теркәмәгән, әммә барыбер бурысын түләүҙән ҡасып ҡотола алмаған. Суд приставтары уның Мәскәүҙә булыуын, «Газпром» акцияларын һатып алыуын асыҡлаған һәм был ҡиммәтле ҡағыҙҙарға арест һалып, уны һатыуға ҡуйған. Һатыуҙан алынған килемдән 2 млн һум аҡсаны алимент буйынса бурысын өлөшләтә ҡаплатыуға йүнәлткәндәр. Был аҡсалар ирҙең инде үҫеп еткән 21 һәм 26 йәшлек улдарының иҫәбенә күсереләсәк.
Яңылыҡ авторы: Сажиҙә Лотфуллина
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Aliment-buyinsa-2-mln-umli-burisin-t-l-tk-nd-r-77560/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"