Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
14 Ғинуар 2020, 12:20

Тыңларға онотмағыҙ!

Асҡын районы хакимиәте башлығы Ришат Марат улы Дихин бөгөн “Юлдаш” радиоһында “Асыҡ студия” тапшырыуында ҡатнаша. Әңгәмәне киске сәғәт 7-се 15 минутта тыңларға онотмағыҙ.

“Асыҡ студия” программаһы, һәр саҡтағыса, көнүҙәк ижтимағи-сәйәси һәм социаль мәсьәләләргә бәйле һөйләшеүгә ҡорола.
“2020 йылға “Асыҡ студия”ла бер ни тиклем яңылыҡтар менән аяҡ баҫырға тырыштыҡ. Шуларҙың береһе – район башлыҡтары менән осрашыуҙар. “Чиновник сәғәте” тип тә әйтергә ярайҙыр. Теге йәки был районда, ауылда, ҡасаба йәки ҡалала ниндәй яңылыҡтар, ыңғай үҙгәрештәр, хәл итеүҙе талап иткән ҡырҡыу мәсьәләләр бар - шуларҙы уртаға һалып һөйләшеү майҙансығы булырға тейеш ул. Әңгәмә барышында урындағы тыңлаусыларыбыҙҙың үҙ башлыҡтарына һорауҙарын еткереү форсаты ла булыр. Шулай итеп, проектыбыҙҙағы тәүге ҡунаҡ – Асҡын вәкиле. Район хакимиәте башлығы Ришат Марат улы Дихинды “Асыҡ студия”ла көтәбеҙ”, — тине яҡташыбыҙ Зөһрә Арсаева. Ришат Марат улына һорауҙарығыҙ булһа, ☎ 8 (347) 285-77-85 телефоны буйынса шылтырата алаһығыҙ.
⏰ 18:15
Наилә Имаева.
Читайте нас