Бөгөн Өфөлә “Башинформ” мәғлүмәт агентлығының конференц-холында Рәсәй матбуғаты көнө уңайынан республика конкурстары еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте.
Үҙҙәренең һөнәри байрамдарында тотош рәт ижади конкурс еңеүселәре дипломдар һәм бүләктәр алды. Еңеүселәр араһында Асҡын мәғлүмәт үҙәгенең “Аскинская новь” гәзите редакцияһы ла бар.Хеҙмәттәштәребеҙ “Терроризмға ҡаршы көрәш” темаһын яҡтыртыу буйынса республика конкурсында"Ҡала, район һәм берләштерелгән мәғлүмәт саралары сайттарында терроризмға ҡаршы иң яҡшы бүлек” номинацияһында 2-се дәрәжә Диплом менән бүләкләнде! Лайыҡлы награданы Асҡын мәғлүмәт үҙәге директоры Фәйрүзә Юнысова алды.
Хеҙмәттәштәребеҙҙе ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ!