Ер йөҙөндә бер ни ҙә эҙһеҙ юғалырға тейеш түгел. Ғүмере буйы тыуған халҡына хеҙмәт итеп, уларҙың шат, тыныс тормошта йәшәүе өсөн көрәшкән һәр кемде беҙ тәрән ихтирам менән хәтерләргә, улар тураһында киләсәк быуынға еткерергә бурыслы. Гәзитебеҙҙең әүҙем хәбәрсеһе, “Ағинәйҙәр ҡоро” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, мәғариф ветераны Фәнирә Мәүли ҡыҙы ла нәҡ ошо маҡсат менән күп йылдар алып барған эҙләнеү-тикшеренеү эше һөҙөмтәһе итеп, бөгөн оло әһәмиәткә эйә проектты яҙа.
— Илебеҙ менән бергә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығын ҡаршы алырға әҙерләнәбеҙ. Һуғыш йылдары алыҫлаша барһа ла уның шаңдауы кешеләргә әле лә тынғылыҡ бирмәй. Ул йылдарҙа күргән ауырлыҡтарҙы һуғыш ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре бөгөн дә онотмай. Шуныһы ҡыҙғаныс, утты-һыуҙы кискән яугирҙар көндән-көн аҙая, ә беҙҙең Ҡарткиҫәк ауылында берәү ҙә ҡалманы. Тыуған илебеҙ өсөн ҡорбан булған һалдаттарҙы беҙ белергә, уларҙың батырлыҡтары менән ғорурланырға тейешбеҙ. Ошо ауыр көндәр тураһында ейәндәрем дә белһен, олатай-өләсәйҙәренең Бөйөк Еңеүгә ниндәй ҙур өлөш индергәндәрен онотмаһын өсөн ҡыҙым һәм ейәндәрем менән бергәләп Еңеүҙең 75 йыллығына — тарихтың 75 бите девизы аҫтында “ Мин беләм! Мин хәтерләйем! Мин ғорурланам!” тигән проект эшен башҡарҙым, — тине Фәнирә Мәүли ҡыҙы.
Фәнирә апайҙың ошо проекты, ундағы бәйән ителгән яугирҙар, тыл ветерандары хаҡында “Йәнтөйәк” гәзитендә тулыраҡ уҡырһығыҙ.