Бөгөн Асҡын 2-се урта мәктәбендә тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙең район кәңәшмәһе үтте. Сарала “Башҡортостан Республикаһының тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте” рәйесе, Башҡортостан милли музейы генераль директоры Марат Миңлеғәли улы Зөлҡәрнәев, Башҡортостан Республикаһы Үҙәк дәүләт тарих архивы документтарын ҡулланыу һәм баҫтырыу бүлеге начальнигы урынбаҫары Зөлфәр Ғәбит улы Ғәтиәтуллин, билдәле тележурналист, тарихсы Салауат Ишмөхәмәт улы Хәмиҙуллин, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Риваль Ринат улы Сәлимов, районыбыҙҙың тыуған яҡты өйрәнеүселәре, мәктәп музейы етәкселәре, тарих уҡытыусылары, китапхана хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
Бирегә йыйылыусыларҙы районыбыҙҙың тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте советы рәйесе Йәрис Рәфҡәт улы Зәйдуллин сәләмләп, кәңәшмәне алып барҙы.
Тәүҙә Асҡын тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы эшмәкәрлеге һәм киләсәккә пландары менән уның директоры Әнзирә Ноғоманова таныштырҙы. Артабан Ҡаҙансы урта мәктәбе директоры, тыуған яҡты өйрәнеүсе, ошо йүнәлештә бер нисә китап авторы Мансур Нуриәхмәтов, Табаҫҡытамаҡ мәктәбенең тарих уҡытыусыһы Глафира Фәйершина сығыш яһап, башҡарған эштәрен барланы.
Милли музейҙа булдырылған Башҡортостандың Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте, уның әһәмиәте, бурыстары, маҡсаты һәм киләсәккә пландары тураһында уның рәйесе Марат Зөлҡәрнәев һөйләне. Йәмғиәт советы составына барлыҡ Башҡортостандан билдәле тыуған яҡты өйрәнеүселәр алыныуын билдәләп, теләге булғандарға унда инеү шарттарын да аңлатты. Марат Миңлеғәли улы “Башархив” проектына ла туҡталды.
— Башархив — уникаль проект. Ул Өфө губернаһының биш уезы буйынса алып барылған 1917 йылғы халыҡ иҫәбен алыу карточкаларын ҡарарға мөмкинлек бирә. Был халыҡ иҫәбен алыу архивтары мәғлүмәттәре Рәсәйҙең тик биш төбәгендә һаҡланып ҡалған. 5740 уникаль документтар проект ярҙамында һәр кемгә асыҡ буласаҡ. ”Башархив” республика халҡына тарихты яҡшыраҡ өйрәнеүгә ярҙам итәсәк. Артабан башҡа документтарҙы ла асыҡ доступҡа ҡуйырға планлаштырабыҙ, — тине Марат Зөлҡәрнәев. Ошо проект буйынса ла асҡындар һорауҙарына яуап алды был сарала.
Башҡортостан Республикаһы Үҙәк дәүләт тарих архивы, унда нисек материалдар табырға, улар менән нисек эшләргә, нисек дөрөҫ итеп шәжәрә төҙөү тураһында ошо архивтың документтарын ҡулланыу һәм баҫтырыу бүлеге начальнигы урынбаҫары Зөлфәр Ғәтиәтуллин бәйән итте.
Салауат Хәмиҙуллиндың да сығышы йөкмәткеле ине. Уға ла һорауҙар күп булды. Билдәле тарихсы барыһына ла ихлас яуап бирҙе.
Шуныһы ҡыуаныслы, залда шәжәрә менән ҡыҙыҡһыныусылар, нәҫел ептәрен барлап, үҙҙәренең шәжәрәләрен, хатта ауыл шәжәрәһен төҙөүселәр ҙә күп булып сыҡты. Форсаттан файҙаланып, улар баш ҡала ҡунаҡтарына һорауҙарын биреп, төплө яуап ала алды, шәжәрә төҙөү, архивтарҙа материал эҙләү буйынса фәһемле кәңәштәр алды.
Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Риваль Сәлимов кәңәшмәлә ҡатнашыусыларға, айырыуса баш ҡаланан килеүсе тарихсыларға рәхмәт белдерҙе. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын, Бөтә донъя Фольклориаданы ҡаршыларға, республика Шәжәрә байрамын һәм районыбыҙҙың 90 йыллығын билдәләргә йыйынғанда был осрашыу асҡындар өсөн бигерәк тә мөһим булыуын билдәләне ул. Риваль Ринат улы ошо юҫыҡта башҡараһы эштәр менән таныштырып, райондаштарыбыҙҙы әүҙемерәк булырға саҡырҙы.
Сара эшлекле шарттарҙа үтеп, бик һөҙөмтәле булды. Асҡындар шәжәрә төҙөү, тыуған яҡты өйрәнеү буйынса аныҡ кәңәштәр алып, рухланып таралды.