Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
13 Ғинуар 2020, 06:10

Байрам менән!

Бөгөн — Рәсәй матбуғаты көнө. Журналистарҙың, гәзит һәм журнал редакциялары хеҙмәткәрҙәренең, матбуғат баҫмалары нәшер итеүселәрҙең һөнәри байрамы.Ошо уңайҙан хеҙмәттәштәребеҙҙе, журналистика ветерандарын һәм башлап ҡәләм тибрәтеүселәрҙе һөнәри байрам менән ҡотлайбыҙ!

Бөгөн Асҡын мәғлүмәт үҙәгендә өс телдә гәзит сыға: рус телендә — “Аскинская новь”, татар телендә — “Ышаныч”, башҡорт телендә район-ара баҫма —“Йәнтөйәк”. Был баҫмалар районыбыҙ, республикабыҙ, илебеҙ яңылыҡтары менән генә таныштырып ҡалмай, районыбыҙҙың, Башҡортостаныбыҙҙың үҫешендә, милли рухи-мәҙәни традицияларҙы һәм әхлаҡи ҡиммәттәрҙе тергеҙеүҙә мөһим роль уйнай.
Бөгөн арымай-талмай үҙ эшен ҙур яуаплылыҡ менән башҡарыусы хеҙмәттәштәребеҙҙе һәм хаҡлы ялда булған ветерандарыбыҙҙы Рәсәй матбуғаты көнө менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Уларға ныҡлы сәләмәтлек, ҡаурый ҡәләмдәренең үткер, фекерҙәренең тос, халыҡ алдында үтәгән бурыстарының таҙа, әйтер һүҙҙәренең көслө, ижад ҡомарҙарының ялҡынлы булыуын теләйбеҙ!
Иң изге теләктәр менән “Йәнтөйәк” район-ара гәзите коллективы.
Байрамдың тарихы
Бөйөк Петр Указына ярашлы, Рәсәй империяһында беренсе матбуғат баҫмаһы — «Ведомости» гәзите сыға башлаған тарихи датаға бәйле. Рәсәй Федерацияһы Юғары советы Президиумы тарафынан 1991 йылдың 28 декабрендә 3043-1 ҡарар менән булдырыла.
1703 йылдың 2 ғинуарында (яңы стиль буйынса 13 ғинуар) Мәскәүҙә урыҫ телендә «Ведомости» гәзитенең беренсе һаны донъя күрә. Баҫма тулыһынса «Мәскәү дәүләтендә һәм тирә-яҡтағы сит илдәрҙә булған, белергә һәм иҫкә алырға лайыҡлы хәрби һәм башҡа эштәр тураһында хәбәрҙәр» («Ведомости о военных и иных делах, достойных знания и памяти, случившихся в Московском Государстве и во иных окрестных странах») тип атала. Петр Беренсе гәзитте реформалар үткәреү өсөн көрәштә һәм Рәсәй империяһының ҡеүәтен раҫлауҙа мөһим сара итеп ҡарай. Гәзит Мәскәүҙә лә, Санкт-Петербургта ла нәшер ителә һәм даими атамаһыҙ, төрлөсә йөрөтөлә — «Ведомости», «Российские ведомости», «Ведомости Московские».
1870 йылдың 1 ғинуарынан «юғарынан төшкән бойороҡ» буйынса, «тәжрибә рәүешендә почта учреждениеларында урыҫ һәм сит телдәрҙәге ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу ойошторорға» рөхсәт ителә. Был Рәсәйҙә матбуғатҡа яҙылыу буйынса беренсе ҡарар була. Ә инде 1914 йылға илдә 3 меңдән ашыу ваҡытлы матбуғат баҫмаһы сыға.
2009 йыл башына Рәсәй Федерацияһында 33 меңдән ашыу баҫма матбуғат сараһы теркәлгән. Көн һайын, уртаса алғанда, 20 миллион дана гәзит һәм журнал таратыла.
1997 йылдан алып Рәсәй матбуғаты көнөндә киң мәғлүмәт саралары өлкәһендә Рәсәй Президенты премиялары һәм йәш журналистарҙың проекттарына ярҙам итеү маҡсатында гранттар тапшырыла.
Совет матбуғаты көнө
Газета Правда.GIF
Журналистарҙың һәм матбуғат баҫмаларында эшләүсе башҡа хеҙмәткәрҙәрҙең һөнәри байрамы беренсе тапҡыр СССР-ҙа булдырыла. РСФСР Юғары советының указына ярашлы, 13 ғинуарҙағы «Рәсәй матбуғаты көнө» тигән яңы атамалы һөнәри байрам большевиктарҙың «Правда» гәзитенең беренсе һаны сығыу уңайынан булдырылып, элекке Советтар Союзы биләмәләрендә һәр йыл 5 майҙағы тантаналы шарттарҙа үткәрелгән «Совет матбуғаты көнө»нә алмашҡа килә.
Элекке совет республикаларынан бары тик Белоруссияла ғына Матбуғат көнөн әле лә 5 майҙа билдәләйҙәр.
Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Генераль Ассамблеяһының 1993 йылдың 20 декабрендәге A/DEC/48/432 һанлы махсус резолюцияһы[3] менән һәр йылдың 3 майы «Бөтә донъя матбуғат азатлығы көнө» тип иғлан ителгән.
Наилә Имаева әҙерләне.
Читайте нас