

- Урмияҙҙа ла уҡыусыларҙың ҡышҡы ялы бик күңелле, файҙалы үтте. Ойошторған сараларҙа балалар ҙур теләк менән ҡатнашты. Кисә китапханабыҙға 6-сы һәм 7-се класс уҡыусыларын саҡырып, матур ғына байрам ойошторҙоҡ, - тип хәбәр итте үҙ эшен ҙур яуаплылыҡ менән башҡарыусы китапханасы Маргарита Әүхәҙиева. - Китап уҡыуҙың, спорт менән шөғөлләнеүҙең, сәләмәт тормош алып барыуҙың өҫтөнлөктәре тураһында фекер алышҡандан һуң, төрлө конкурстар, уйындар ойошторҙоҡ. Һәр ҡатнашыусы иҫтәлеккә бүләк алды. Шулай күңелле уйындар уйнап, шау-гөр килешеп таралышты балалар.