“КамАЗ” йөк машинаһы маршрут автобусына барып бәрелә. Был хаҡта ЮХХДИ етәксеһе Динар Ғилметдинов хәбәр итте.
Эңер төшкәндә 211-се маршрут буйынса хәрәкәт иткән автобус менән “КамАЗ” машинаһы төкөшә. Бәрелеш ныҡ була, һөҙөмтәлә автобустағы өс ҡатын-ҡыҙ төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла. Әлеге ваҡытта юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәбе асыҡлана.
Юл һаҡһыҙлыҡты, ғәмһеҙлекте яратмай, бәлә-ҡазаның күпселеге хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоу сәбәпле килеп сыға. Ярай әле, был юлы ҡорбандар юҡ, бәләгә тарығандарҙың тиҙерәк төҙәлеүен теләргә генә ҡала.