Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Баш
Рус
Тат
Новости
11 Ғинуар 2020, 12:15
"Уйнаһындар, шаярһындар, көлһөндәр!"
"Әсә йөрәге" йәмәғәт ойошмаһы Асҡын районы балаларын Өфөгә ҡунаҡҡа саҡырҙы.
Балаларға бәхет өләшеү – һәр өлкән кешенең мөҡәддәс бурысы. Бәләкәстәрҙең шат йөҙөн, һөйөнөсөн бер ни ҙә алмаштыра алмай.
Республикабыҙҙың “Әсә йөрәге” әсәләр советы төбәк йәмәғәт ойошмаһы тап шундай изге эштәр менән шөғөлләнә. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә улар Асҡын районында ғүмер иткән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән биш баланы әсәләре менән бергә Өфөгә саҡырҙы. Ҡунаҡтарға Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры спектакленә билеттар бүләктәр ителде, балаларҙың барыһына ла “Салауат Юлаев” хоккей клубы әҙерләгән йомшаҡ уйынсыҡтар бирелде.
"Беҙҙең маҡсат – бер бала ла ҡыйынлыҡ тоймай йәшәһен, уйнаһын, шаярһын һәм көлһөн, – ти “Әсә йөрәге” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Гөлшат Ибраһимова. – Малай һәм ҡыҙҙар мәҙәниәт усағында матур тамаша ҡараны, Өфө менән танышты. Һәр береһенең күҙҙәрендә осҡон балҡый, йөҙҙәре көләс. Ҡунаҡтарыбыҙ тыуған яғына бай тәьҫораттар менән юлланды".
Фото: Асҡын районы хакимиәте.
#детибашкириисчастье
#башҡортостанбалалары
Автор: Илдар Акьюлов
Сығанаҡ: https://bash.rbsmi.ru/articles/sotsial-m-s-l/Uyna-indar-shayar-indar-k-l-nd-r-69972/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"