Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Ғинуар 2020, 17:25

Ҙур рәхмәт һеҙгә, ҡәҙерле дуҫтарыбыҙ!

Бөгөн - Халыҡ-ара рәхмәт көнө.

Ошо уңайҙан бер-беребеҙгә ихлас күңелдән йылы тойғоларыбыҙҙы еткерәйек. Бөгөн генә түгел, һәр ваҡыт рәхмәт һүҙҙәрен йәлләмәй өләшеп йәшәйек!
Ысынлап та, күп осраҡта ошо ябай ғына һүҙҙе әйтергә онотабыҙ, аҙаҡ үкенәбеҙ. Кемдер ярҙам итте икән - рәхмәт әйт, матур һүҙҙәр менән күңелеңде йылытты икән - рәхмәт әйт, туғандарың, дуҫтарың яҡшы мөнәсәбәттә, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙа икән - рәхмәт әйт. Атай-әсәйеңә, балаларыңа, йәреңә, дуҫтарыңа, туғандарыңа яҡты тойғоңдо еткереп тор. Хатта үҙеңде яратып еткермәгән кешеләргә лә рәхмәт әйтеүҙән тартынма. Яҡшы һүҙҙән донъя матурлана. Иртән тороп, яңы тыуған көнгә лә рәхмәт әйтәйек.
Тик был һүҙҙе ваҡытында еткерәйек, һуңламайыҡ. Үкенескә ҡалмаһын...
“Әйтелмәгән рәхмәт ҡайтарылмаған бурысҡа тиң”, тигән бер аҡыл эйәһе. Йылы һүҙ менән бер-беребеҙҙе ҡәҙерләп йәшәйек. Халыҡ-ара рәхмәт көнө менән, ҡәҙерле дуҫтар! Ҙур рәхмәт һеҙгә!
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Карима Усманова
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/ur-r-hm-t-e-g---erle-du-taribi-70504/
Читайте нас