

Асҡын тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Әнзирә Ноғоманова хәбәр итеүенсә, осрашыу бик фәһемле буласаҡ. Сараға Башҡортостан милли музейы генераль директоры Марат Миңлеғәли улы Зөлҡәрнәев, “Башҡортостан Республикаһының тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте” рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Үҙәк дәүләт тарих архивы документтарын ҡулланыу һәм баҫтырыу бүлеге начальнигы урынбаҫары Зөлфәр Ғәбит улы Ғәтиәтуллин, билдәле тележурналист, тарихсы Салауат Хәмиҙуллиндың килеүе көтөлә.
Сараға шәжәрә төҙөргә өйрәнергә теләүселәр, шәжәрә менән ҡыҙыҡһыныусылар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, мәктәп музейы етәкселәре, тарих уҡытыусылары, китапхана һәм клуб хеҙмәткәрҙәре һәм теләге булғандар саҡырыла. Кәңәшмә 11.00 сәғәттә башлана.
Наилә Имаева.