Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Баш
Рус
Тат
Новости
11 Ғинуар 2020, 06:20
Декларация компанияһы башланды
Һалым инспекцияһында 2019 йылда алынған табыш буйынса декларацияларҙы ҡабул итеү башланды.
Әгәр ҙә һалым түләүсе 2019 йылда, мәҫәлән, аҙ ғына осорҙа шәхси милектә булған фатирын һатһа, яҡын булмаған туғандарынан ҡиммәтле бүләктәр алһа, мөлкәтен ҡуртымға биреп торһа, лоторея отһа йәки башҡа табыштары булһа, 3-НДФЛ декларацияһын тултырырға тейеш.
Декларацияны йәшәгән урын буйынса һалым инспекцияһына 2020 йылдың 30 апреленә тиклем бирергә кәрәк.
Әҙер декларацияны шулай уҡ күп функциялы үҙәккә лә тапшырырға мөмкин.
Һорауҙар килеп тыуһа, Федераль һалым хеҙмәтенең бушлай берҙәм контакт-үҙәге телефонына шылтыратырға була: 8-800-222-22-22.
Фото: Интернеттан.
Яңылыҡ авторы: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"