Йәнтөйәк
+24 °С
Дождь
Антитеррор
Новости
9 Января 2020, 19:15

«Башархив» – ысын мәғәнәһендә хазина

“Башархив” проекты ата-бабаларыбыҙ тураһында белергә ярҙм итәсәк”, - тине Асҡын тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Әнзирә Ноғоманова.Тулыраҡ түбәндәге һылтанма буйынса инеп уҡый алаһығыҙ:

Башархив” – бик шәп проект. Бигерәк тә үҙҙәренең нәҫел-нәсәбен белергә, шәжәрә төҙөргә теләгәндәргә ҙур ярҙам. Был беҙҙең өсөн дә ҡыуаныс, сөнки быйыл республика “Шәжәрә” байрамы районыбыҙҙа үтәсәк. Асҡындар әүҙемлек күрһәтеп, Интернет селтәрендә булдырылған сайттағы мәғлүмәттәрҙе файҙаланыр, тип уйлайым, – тине Әнзирә Мөкәрәм ҡыҙы. – “Башархив”та 1917 йылда халыҡ иҫәбен алыу барышында теркәлгән уникаль архив документтар урын алған. Биләмәләрҙәге һәр йорттоң хужалары, балалар һаны, шәхси хужалыҡтың кимәлен күрергә була. Шәжәрә төҙөүселәр, фәнни эш менән шөғөлләнеүсе уҡыусылар, студенттар өсөн Башархив сайты ысын мәғәнәһендә хазина. Әгәр быға тиклем уларҙы тикшереү, өйрәнеү өсөн баш ҡалаға килергә, алдан заявка бирергә һәм рөхсәт алып ҡына архив менән ҡулланырға мөмкин булһа, хәҙер теләгән һәр кем өсөн асыҡ был документтар”.

Наилә Имаева.

Читайте нас