Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
9 Ғинуар 2020, 18:20

Һәр кем үҙенең шәжәрәһен өйрәнә аласаҡ.

Милли музей майҙанында Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте “Башархив” проекты тураһында һүҙ алып барҙы.

Башархив — уникаль проект. Ул Өфө губернаһының биш уезы буйынса алып барылған 1917 йылғы халыҡ иҫәбен алыу карточкаларын ҡарарға мөмкинлек бирә. Был халыҡ иҫәбен алыу архивтары мәғлүмәттәре Рәсәйҙең тик биш төбәгендә һаҡланып ҡалған. 5740 уникаль документтар проект ярҙамында һәр кемгә асыҡ буласаҡ.
“Башархив” республика халҡына тарихты яҡшыраҡ өйрәнеүгә ярҙам итәсәк. Артабан башҡа документтарҙы ла асыҡ доступҡа ҡуйырға планлаштырылған.
Читайте нас