

Яңы йыл каникулдары дауам итә. Балалар өсөн күңелле һәм файҙалы төрлө саралар ойошторола. Кисә “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексында район Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре “Ҡыш бабай мажаралары” тигән театрлаштырылған уйын тамашаһын әҙерләп күрһәтте.
Кескәйҙәр бында Ҡыш бабай һәм төрлө әкиәт геройҙары менән бергә шыршы тирәләй әйләнде, йырланы, бейене, уйындарҙа һәм конкурстарҙа ҡатнашты. Ҡыш бабайға һәләттәрен күрһәтеп, татлы күстәнәстәр ҙә алып ҡыуанды.
“Һәр бала яңы йылдан мөғжизә көтә, өлкәндәрҙең бурысы тылсымлы тәьҫораттарҙы бүләк итеү, әкиәт мөхите тыуҙырыу», -- ти ойоштороусылар.
- Ҡыш бабай ролен - Дим Ғарифйән улы, Айыуҙы Рүзилә Дамир ҡыҙы килештереп уйнап, балаларға шатлыҡ өләште. Үҙем Маша булдым. Тауыш операторы Иван Щербининға ҙур рәхмәт. Шулай беҙәмлек һәм тырышлыҡ менән күңелле һәм тылсымлы тамаша килеп сыҡты, - тине Район клуб-китапхана системаһының балалар һәм үҫмерҙәр менән эшләү буйынса методисы Земфира Сәлимгәрәева.
Наилә Имаева.