Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
7 Ғинуар 2020, 14:47

Самауырҙар шыжланы …

Бөгөн Ҡашҡала «Урам байрамы» гөрләне.


Ҡашҡаның Механизаторҙар, Зорге, Мәрҙәнов, Йәш белгестәр урамдарында йәшәүселәр бөгөн байрамға йыйыла. Саф һауала өҫтәл ҡоршап, бергәләп табын әҙерләйҙәр, самауыр сәйе эсеп, йырлап-бейеп, уйындар уйнап күңел асалар. Артабан бегәләп саңғыла йөрөйҙәр, арҡан тартышалар һәм башҡа ярыштар ойошторалар.
  • Физкультура уҡытыусыһы Илшат Хисәметдин улына, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Эльза Әфтәховаға, ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренә һәм ошо урамдарҙа йәшәүсе уңған хужабикәләргә рәхмәтлебеҙ. Байрам бик күңелле үтте, барыһына ла оҡшаны. Рәүидә Әхнәф ҡыҙы ҡунаҡтарҙы ҡоймаҡ менән дә һыйланы. Сөләймән Хәйрисламов балаларҙы ҡыуандырып - атта, Радик Рәхимов ҡаргиҙәрҙә йөрөттө, - ти сарала ҡатнашыусылар.
    Наилә Имаева.
    Читайте нас