Яңы Ҡара ауылында ла яңы йыл каникулдары күңелле үтә. Башланғыс мәктәп, ауыл клубы һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре берлектә төрлө саралар үткәрә. Уларҙа балалар ҙа, ололар ҙа ихлас ҡатнаша. Ғаилә менән саф һауала ҡышҡы уйындар, бергәләп тау шыуыуҙар, саңғыла йөрөүҙәр, шахмат һәм шашка уйнауҙар, китапханала гәзит-журналдарға байҡау яһау – барыһы ла ҡаралар күңелендә ыңғай тәьҫораттар ҡалдыра.