Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
7 Ғинуар 2020, 12:45

Ирәмәлдә турист ҡатын юғалған

Уны Учалы районының Байһаҡал ауылы тирәһендә эҙләйҙәр.

Ҡатын туристик төркөмдән артта ҡалған һәм аҙашҡан.

БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хәбәр итеүенсә, Силәбе, Ҡытаутамаҡ эҙләү-ҡотҡарыу төркөмдәре, "Ирәмәл" милли паркы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә төнө буйы эҙләгәндәр.

35 ҡотҡарыусы 12 ҡаргиҙәр, 1 квадроцикл, 4 УАЗ һәм 1 "Нива" машиналарында эҙләүҙе дауам итә.

Фото: социаль селтәрҙәр.
Яңылыҡ авторы: Лилиә Хәлитова
Читайте нас