

- Кисә Солтанбәк мәҙәниәт йортонда һикһәненсе йылдар дискотекаһы күңелле уҙҙы. Сарала ауыл халҡы ғына түгел, ситтән ҡунаҡҡа ҡайтыусылар ҙа күп булды. Өлкән йәштәгеләр йәш саҡтарын иҫкә алып, дәртләнеп күңел асты. Бындай саралар йышырак уҙҙырылһын, тигән теләк белдерҙеләр. Беҙҙең саҡырыуға ихлас ҡына сыҡҡан ауылдаштарға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, артабан да һеҙҙең менән бергә булырбыҙ, тигән өмөттәбеҙ. Мәҙәниәт йорто ишеге һәр ваҡыт асыҡ, - ти Ралиф Муллаянов.
- Ауылға йән кергән кеүек... Клубта беҙ барғанда 80-се йылдар дискотекаһы ойошторғандар ине. Беҙ йәш саҡтағы һымаҡ урта йәштәгеләр ҙә парлап килгән. Барыһы ла ошо ретро йырҙарҙы һағыныуын билдәләй. Сараға килеүселәр донъя мәшәҡәттәрен бер аҙға онотоп, ихлас күңелдән бейене, ҡушылып йырлаусылар ҙа булды, - тип тәьҫораттары менән бүлеште Асҡындан туғандарына ҡунаҡҡа ҡайтыусылар.
Наилә Имаева.