

Яңы йыл байрамдарында тик ятмай райондаштарбыҙ: ғинуарҙың тәүге көндәренән үк район үҙәгендә һәм ауылдарҙа төрлө спорт саралары уҙып тора. Бөгөн иһә Асҡын 2-се мәктәбендә «Яңы йыл ғаилә уйындары – 2020» сиктәрендә ата-әсәләр балалары менән бергәләп баскетбол буйынса район турнирына йыйылды.
- Көсөргәнешле уйында алты ғаилә ҡатнашты. Өс команда килеп сыҡты. Көйәрмәндәр спортсыларға көс-дәрт биреп ҡарап, алҡышлап торҙо. Сөләймәновтар менән Васиковтар ғаиләһе беренселекте бирмәне, - тине уйындарҙа ҡатнашыусы Гүзәл Усманова.
Ғаилә менән бергәләп ял итергә, спорт менән шөғөлләнергә йүнәлеш биреүсе, үҙ-ара дуҫлыҡты, берҙәмлекте, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаған бындай сараларҙың әһәмиәте бик ҙур. Быны турнирҙы ойоштороусы Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры Илшат Нәҡип улы ла билдәләй.