Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Баш
Рус
Тат
Новости
6 Января 2020, 12:10
Мишкә баш ҡала статусын ала
Бөгөн Мишкә районында “фин-уғырҙар донъяһының мәҙәни баш ҡалаһы” тигән билдәне тапшырыу сараһы бара.
Йыл һайын фин-уғырҙар йәшәгән илдәр үҙенең мәҙәни баш ҡалаһын билдәләй. Былтыр бына ошондай матур хоҡуҡ илебеҙҙән республикабыҙҙағы Мишкә районына бирелде. Ошо матур сәбәп айҡанлы, бөгөн Мишкәгә Венгрия, Эстония кеүек илдәрҙән әллә күпме ҡунаҡ йыйылды. Өҫтәүенә быйыл районға барыһы биш меңдән ашыу турист килер тип күҙаллана.
“Фин-уғырҙарҙың мәҙәни баш ҡалаһы” тигән мәртәбәле статусы мәҙәни саралар үтәкәреү, халыҡ йолаларын киң таратыу өсөн кәрәк. Йәйгеһен үткәреләсәк “Иртәнге шәфәҡ крайы” тип аталған байрамға ғына бер меңдән ашыу ҡатнашыусы килер тип күҙаллана. Проект иһә йыл аҙағында тамамланасаҡ.
“Фин-уғырҙар донъяһының мәҙәни баш ҡалаһы” программаһы – Фин-уғырҙар халыҡтарының Йәштәр ассоциацияһының менән “URALIC” төп халыҡтар үҫеше үҙәге менән берлектәге мөһим эше. Ул Урал халыҡтарын тағы күберәк белһендәр, фин-уғырҙар донъяһының үҫеше өсөн атҡарыла.
Бөгөн республикабыҙҙың Мишкә районы ошондай бик матур титулға лайыҡ булды. Ә быға тиклем Удмуртияның Быги ауылы (2014 йыл), Эстонияның Обиница ауылы (2015 йыл), Внгрияның Искасентдьерд һәм Веспрем ҡалаһы (2016 йыл), Карелияның Вокнаволок ҡалаһы (2017 йыл), Мари Илдең Шоруньжа ауылы (2018 йыл) ошондай матур статусҡа эйә булғайны.
Автор: Айһылыу Низамова
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Mishk--bash-ala-statusin-ala-64722/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"