

Бөгөн «Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексында «Яңы йыл ғаилә уйындары – 2020» фестивале сиктәрендә спорт һөйөүсе ғаиләләр араһында ойошторолған “Күңелле старттар”ҙың финалы үтте. Сарала Әхмәҙишиндар, Минһажетдиновтар, Дәүләтовтар ғаиләләре ҡатнашты. Ярыштар күңелле һәм сәмле барҙы, бер ғаилә лә бирешергә теләмәне һәм аҙағынаса бөтә көсөн һалып көрәште. Һөҙөмтәлә Әхмәҙишиндарға етеүсе булманы.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ,
«Яңы йыл ғаилә уйындары – 2020» яңы йыл каникулдары ваҡытында 2 ғинуарҙан 6-һына тиклем ойошторолдо. «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһе ағзалары Башҡортостан башлығының Яңы йыл байрамдарында хәмер һатыуҙы сикләүгә бәйле башланғысын хуплап, ошондай тәҡдим индергәйне. Райондарҙа һәм ҡалаларҙа бөтә спорт кластары ла ата-әсәләре менән бергә ғаилә уйындарында ҡатнашты. Бәләкәйерәк балаларға – күңелле старттар, ә өсөнсө кластан башлап мини-футбол, баскетбол, волейбол, хоккей буйынса ярыштар уҙғарылды. Еңеүселәр 18 ғинуарҙа Өфөлә республика финалында осраша. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, был – һәйбәт акция, уға күберәк ҡатнашыусыларҙы йәлеп итергә кәрәк, иң мөһиме, улар мәжбүри булмаһын. Яңы йыл ғаилә уйындарының төп ҡатнашыусылары – «Сәләмәт быуын – көслө төбәк» проектының спорт кластары тәрбиәләнеүселәре. Ғаилә уйындарында, спорт кластарынан тыш, теләгән һәр кем ҡатнаша алды.
Наилә Имаева.