Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
6 Ғинуар 2020, 12:15

"Афарин, башҡортомдоң һеңрән ырыуы ҡыҙы!"

Регинаның уңышы беҙҙең - уның уҡытыусылары өсөн икеләтә ҡыуанслы...

Беҙҙең әүҙем уҡыусыбыҙ, филология фәндәре кандидаты, БДУ-ның Бөрө филиалы доценты Гөлнур Ҡасҡынова шатлығы менән бүлеште: "2019 йылда БДУ-ның Бөрө филиалының филология факультетын Регина Исламова исемле студентыбыҙ уңышлы тамамлап, Татарстан Республикаһы Аҡтаныш районы Иҫке Байсар төп дөйөм белем биреү мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы сифатында дәртләнеп эш башлағайны. Йәш белгес Илеш районының Һеңрән ауылы ҡыҙы. Күптән түгел маҡсатлы яҡташыбыҙ күрше республикала "Йыл уҡытыусыһы - 2020" конкурсы сиктәрендә үткәрелгән "Профессиональ дебют" бәйгеһендә еңгән. Афарин, башҡортомдоң Һеңрән ырыуы ҡыҙы! Регинаның уңышы беҙҙең - уның уҡытыусылары өсөн икеләтә ҡыуанслы", - тип яҙа Гөлнур Нуриман ҡыҙы. Регинаның шатлығына беҙ ҙә ҡушылабыҙ, уға яңы үрҙәр һәм уңыштар теләйбеҙ!!
Фото геройҙың шәхси архивынан.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/belem-m-t-rbi/Afarin-bash-ortomdo--e-r-n-iriui-i-i-64521/
Читайте нас