Яңы йыл каникулдары районыбыҙҙа файҙалы һәм күңелле уҙа. «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк сәйәси советы тарафынан тәҡдим ителгән «Яңы йыл ғаилә уйындары – 2020» башланғысы сиктәрендә бөгөн Күнгәк мәктәбендә лә “Ҡышҡы уйындар” көнө ойошторола. Саф һауала үткән сара айырыуса күңелле, ихлас һәм онотолмаҫлыҡ була. Мәктәп алдындағы майҙансыҡ гөрләп тора. Күңелле эстафета етеҙҙәрҙе асыҡлаһа, бергәләп тау шыуыу бигерәк тә уҡыусыларға оҡшай. Яңы йыл көндәре Ҡыш бабайһыҙ ҙа булмай, әлбиттә. Биттәре алланған балаларға ихлас күңелдән күстәнәстәр тарата ул. Берҙәмлек, дуҫлыҡ, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаған был сара барыһының да күңеленә хуш килә. Күңелдәргә көс-дәрт алып, күтәренке кәйефтә тамамлана “Ҡышҡы уйындар”.