

Айырым осраҡтар (мәҫәлән, бала тыуғанда) бар барлыҡҡа. Хәҙер иртәрәк ғаиләле булыу мөмкинлеген ҡарамаҡсылар шикелле.
РФ Хөкүмәтенең 2020 йылға закондар әҙерләү буйынса эш планында “Гражданлыҡ хәле акттары тураһында”ғы Федераль закондың 26-сы һәм Ғаилә кодексының 13-сө статьяһына үҙгәрештәр индереү ҡарала.
Бәлки, өйләнешеү йәшен яңынан билдәләргә кәрәктер? Йәки бәлиғ булмағандар ниндәй шарттарҙа никахҡа инә аласаҡ? Ошо һорауҙар күтәреләсәк икән.
Хөкүмәттә, шулай итеп, иртә өйләнешеүҙе көйләргә-яйларға, аңлатырға, рөхсәт итергәме-итмәҫкәме, тип баш ватырға самалайҙар.Эксперттар әйтеүенсә, был эш бик ваҡытлы һәм ыңғай яҡтары буласаҡ.
Фото: vk.com.