

М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы — 1919 йылдың 5 ғинуарында, Рәсәйҙәтәүгеләрҙән булып ҡаланың революцион комитеты ҡарары нигеҙендә ойошторола һәм бер йылдан һуң, 1920йылдың 5 ғинуарынан, эшләй башлай. Ул саҡта Пролетар художество музейы тип атала. Музейға ҡаланың иң матур йорто бүленә, уға учреждениеларҙағы, ҡасҡан байҙар өйҙәрендәге, губерна— музейындағы һынлы сәнғәт әйберҙәре күсерелә. Музейҙы ойоштороу өсөн Мәскәүҙән рәссам һәм архитектор И. Е. Бондаренко саҡырыла. Ул килгәс тә, эшкә урындағы рәссамдарҙы йәлеп итә.Тиҙҙән Мәскәүҙән күренекле урыҫ рәссамы М. В. Нестеровтың яҡташтарына — Өфө халҡына — бүләк иткән 102 картинанан торған коллекцияһы ҡайтарыла. Революцияға тиклемге урыҫ һынлы сәнғәте мираҫтарынан торған был коллекцияла Репин Илья Ефимович, И. Левитанкеүек бөйөк рәссамдарҙың картиналары ла була.