Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Баш
Рус
Тат
Новости
5 Ғинуар 2020, 11:10
Альберт Салауатов ниндәй серен систе?
Был хаҡта йырсы үҙе белдерҙе.
Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театры артистары Яңы йыл каникулдарында ла халыҡҡа йыр-моң өҫтәп, спектаклдәр ҡуйыуын дауам итә. Кисә театр артистары тарафынан “Йырланмаған әле беҙҙең йыр” тип аталған бик матур театрлаштырылған тамаша булды. Концерттың күп өлөшөн Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, танылған йырсы Альберт Салауатовтың йырҙары биҙәне. Шулай уҡ Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Айгөл Хәкимова менән Юнир Ғәйнуллиндың дәртле бейеүҙәре, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Венер Сөнәғәтовтың моңло йырҙары ла тамашасылар күңеленә хуш килде.
Кисә барышында яратҡан йырсыбыҙ Альберт Салауатов Яңы йыл байрамын ни өсөн яратмағанын белдерҙе, шулай уҡ үткән йыл уның өсөн бик ауыр булыуын, улы Сыңғыҙҙың яҡты донъяларҙан бик йәшләй генә китеүе уның күңелендә онота алмаҫлыҡ ауыр яра ҡалдырыуын да бәйән итте. Яратҡан әсәһе һәм улы хаҡында йырҙарҙы башҡарғанда, тамашасыларҙың күбеһе күҙ йәштәренә ирек бирҙе. Шулай ҙа йырсы өсөн 2020 йыл матур башланған: ул йәй буйы үҙе үҫтергән ҡаҙ-өйрәктәрен һуйып, йылҡы һатып алып мул ғына һуғым туплаған, ҡатыны икенсегә бәпәй көтә. Тимәк, тиҙҙән яратҡан йырсыбыҙ йәнә атай буласаҡ.
Фото: Сибай драма театры сайтынан.
Автор: Карима Усманова
https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/Albert-Salauatov-nind-y-seren-siste-63791/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"