Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
4 Ғинуар 2020, 08:25

Вәт, исмаһам!

Асҡын районында балыҡсылар оҫталыҡта ярышты

Кисә Ҡышлауйылға ауылы янындағы быуа гөрләп тора. Бирелә балыҡ тотоу буйынса район ярышы үтә. Яңы йылдың тәүге көндәрендә уҙғарылған сараға Нефтекама, Чернушка ҡалаларынан, Ҡариҙел һәм Асҡын райондарынан 30-ҙан ашыу ҡатнашыусы килә. Бәйгеселәр араһында тәжрибәле балыҡсылар ҙа, был шөғөлдө яңы ғына үҙләштереүселәр ҙә сәмләнеп һынау тота. Тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл мөнәсәбәтте пропагандалау, спорт һәм һәүәҫкәр балыҡсылыҡты үҫтереү маҡсатында ойошторолған ярыш күтәренке рухта үтә.
Ярыш һөҙөмтәһе буйынса, беренсе урынға - Асҡын, икенсе – Чернушка, өсөнсө Ҡарткиҫәк командаһы сыға.
Ойоштороусылар билдәләүенсә, саф һауала күңелле үткән сара оҫта балыҡсыларҙы берләштереп, үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашыуға булышлыҡ итә.
Наилә Имаева.
Читайте нас