Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
4 Ғинуар 2020, 09:40

Ғинуарҙа көндәр ниндәй буласаҡ?

Рәсәй синоптиктары, ҡыштың икенсе айы бик үҙенсәлекле буласаҡ, ти.

Үҙенсәлекле тигәндәре, бер йылыта, бер һыуыта... Ҡыҫҡаһы, кем әйтмешләй, йүнһеҙ көн торошо.

Ысынмылыр-бушмылыр, синоптиктар фаразы дөрөҫкә сыҡһа, беҙҙә ғинуар уртаса -10 градус самаһы ғына булыр, моғайын. Был – аномаль йылы ай, тигән һүҙ.

Барыһына ла Атлантикалағы йылы һауа ағымы “ғәйепле”.

Әйткәндәй, декабрь ҙә йылы булды шикелле. Ҡарһыҙ, етмәһә. Ғинуар иһә нисауа ғына ҡары менән башланды инде...

Фото: Автор фотоһы.

Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/inuar-a-k-nd-r-nind-y-bulasa-63002/
Читайте нас