Йәнтөйәк
+24 °С
Ямғыр
Антитеррор
Баш
Рус
Тат
Новости
4 Ғинуар 2020, 08:45
Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге премияға кем лайыҡ?
Был юлы Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһына кем лайыҡ булыр икән, тип йыл буйы дәғүәселәрҙең ижадын күҙәтеп барҙыҡ.
Һүҙ ҙә юҡ, барыһы ла киң ҡолас менән ижад итеүсе, милли әҙәбиәтебеҙҙе, сәнғәтебеҙҙе үҫтереүгә ҙур өлөштәрен индергән маһирҙар. Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы “Тылсымлы ҡәләм” китабы өсөн яҙыусы Гөлнур Яҡуповаға бирелде.
Ярты быуатлыҡ хеҙмәт һәм ижад эшмәкәрлеген башҡорт журналистикаһына, әҙәбиәтенә арнаған ҡәләм оҫтаһын дәрәжәле премия менән ҡотлайбыҙ һәм яңы үрҙәр, асыштар теләйбеҙ!
Йондоҙнамәгә ышанһаң, Сысҡан йылы - ныҡыштар, маҡсатҡа ынтылыусылар өсөн бик ҡулайлы осор.
Гөлнур Миҙхәт ҡыҙының тап ошо йылда донъяға килеүен иҫәпкә алғанда, яҙыусының ижад емештәре мул булырына, уҡыусыларын мауыҡтырғыс әҫәрҙәре менән ҡыуандырасағына шик юҡ.
Фото: шәхси архивтан.
Автор: Динә Арыҫланова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/sh-khest-r/i-D-l-tshina-isemend-ge-premiya-a-kem-layi-62453/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"