Ике тапҡыр егерме ул –
Бәхет һаны.
Етмеш биш тапҡыр атасаҡ
Еңеү таңы.
Фольклориада ҡаршылар
Республика.
Ҡурайыбыҙ, йыр-моңобоҙ –
Ҙур мөғжизә.
Мең йылға бер килеп, эҙһеҙ
Үтмәҫһең һин.
Тылсым-ҡөҙрәттәрһеҙ генә
Китмәҫһең һин.
Иң эшлекле, кешелекле
Булыр был йыл.
Тарих бите изгелектән
Тулыр быйыл.
Түп-түңәрәк ғаиләләр
Ишле булһын.
Тыуған ерендә халҡыбыҙ
Эшле булһын.
Түп-түңәрәк донъяларға
Уңыш килһен.
Һәр кешенең өйҙәрендә
Ҡояш көлһөн.
Түп-түңәрәк өҫтәлдәрҙә
Һый мул булһын.
Кәртә-ҡураларға байлыҡ
Инеп тулһын.
Беҙҙең һиңә теләгебеҙ
Үтә ябай.
Именлектә күктә янһын
Ҡояш һәм ай.
Бәрәкәт һәм иман менән
Йәшәһен ил.
Тик шатлыҡтар менән генә
Һәр йортҡа ин.
Мең йылға бер килә торған
Түңәрәк йыл.
Тотош йыһан һиңә теләй
Аҡтан-аҡ юл!
Төклө аяҡтарың менән,
Әйҙә, үт һин!
Мең дә бер мөғжизә беҙҙе
Алда көтһөн!