Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
27 Декабря 2019, 06:43

Әсәләр миҙал алып ҡыуанды

Бөгөн республиканың илле күп балалы әсәһе “Әсәлек даны” миҙалы алды. Был награда менән бергә аҡсалата бүләк тә бирелә. Уның күләме һалымын түләгәндән һуң 8,7 мең һум тәшкил итә. Награда республикала 1998 йылда булдырылды. Ошо ваҡыт эсендә уға һигеҙ мең әсә лайыҡ булды. Быйыл иһә миҙалды 300 ҡатын-ҡыҙ алды.

Наградаларҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ленара Иванова тапшырҙы. “Күп балалы әсәләрһеҙ республиканың динамикалы үҫеше мөмкин түгел. Республика Хөкүмәте кимәлендә даими рәүештә ғаиләләргә, айырыусы күп балалыларға социаль ярҙам төрҙәре ҡарала. Беҙ һеҙҙең менән теләһә ниндәй майҙандарҙа ла һөйләшергә әҙербеҙ”, - тине ул.
Фото: БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас