Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
26 Декабрь 2019, 06:33

Урмандарҙа бик күп енәйәт асыҡланған

Самолет һәм вертолет менән традицион обходтарға ҡарағанда, урманды космостан күҙәтеү күпкә отошло. Авиатранспорт менән патруллек итеү, етмәһә, ҡыйбатҡа төшә.

Космос юлдаш күҙәтеү системаһы ярҙамында бер йылда 98 законһыҙ урман ҡырҡыу осрағы теркәлгән. Урмансыларҙа һәр диләнкәнең координаталары бар. Улар координатаға тап килмәгән ағас ҡырҡыуҙы асыҡлау менән үк тикшереүгә тотона.

Быйыл космостан 1,5 миллион гектар урман күҙәтелгән. Киләһе йылда барлығы 2,1 миллион гектар майҙанды күҙәтеүгә аласаҡтар.

Заманса технологияларҙан тыш, штаттағы инспекторҙарға 130 йәмәғәт инспекторы үҙ теләге менән ҡушылып, рейдтарға сыға. Урман хужалығы министрлығы менән ике казактар ойошмаһы килешеү төҙөгән, улар ҙа үҙ ерендә бурҙарҙы эҙәрлекләй.

Законһыҙ рәүештә урман ҡырҡыуға ҡаршы эш "Урмандарҙы һаҡлау" федераль һәм "Экология" милли проекттарына ярашлы алып барыла.

Фото: социаль селтәрҙәр.
Яңылыҡ авторы: Лилиә Хәлитова
Читайте нас