Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
26 Декабрь 2019, 06:35

Ҡурайсыларҙың сираттағы еңеүе

Туймазы ҡалаһында ҡурайсыларҙың “Тылсымлы ҡурай моңо” 3-сө асыҡ конкурсы үтте. Бәйгене Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Туймазы районы хакимиәте ойошторҙо.

Йыр-моң байрамына Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Октябрьский, Дүртөйлө, Бәләбәй, Благовещенск, Баҡалы, Белорет, Кушнаренко, Иглин, Миәкә, Балтас райондарынан 140-лап үҙешмәкәр артист, шулай уҡ күрше Татарстан Республикаһынан музыканттар килгәйне.
Ҡатнашыусыларҙың талантын һәм оҫталығын танылған ҡурайсы, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Юлай Ғәйнетдинов етәкселегендәге жюри баһаланы.
Балтас районы ҡурайсылары “Тылсымлы ҡурай моңо” конкурсында 3-сө дәрәжә лауреат исемен яуланы. Был ҡурайсыларҙың икенсе тапҡыр ҙур конкурста ҡатнашыуы. Май айында улар Октябрьский ҡалаһында үткән Ғата Сөләймәнов исемендәге ҡурайсылар бәйгеһендә III урын яулағайны. Район Мәҙәниәт һарайы эргәһендә ҡурайсылар ансамбле һуңғы өс йылда әүҙем эшләй. Коллективты Өфө дәүләт сәнғәт институтының өлкән уҡытыусыһы, халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты Венер Йылҡыбаев етәкләй. Туймазыла үткән конкурста ансамблдең төп составы: Иҫке Балтас 1-се урта мәктәбенән Алина Исламғәлиева, Камил Йыянгиров, Мирас Шәймөхәмәтов, 2-се урта мәктәптән Алһыу Әминева, Илмир Исламғәлиев, Мурат Разетдинов, Айнур Ғлимйәнов, башланғыс мәктәптән Илназ Ғәлиев, Штәнде урта мәктәбенән Рәшит Ғайсин, Ришат Сәлимов, Һәйтәк урта мәктәбенән Ридаль Мөбәрәков ҡатнашты.

Гөлнара Шәймөхәмәтова.
Читайте нас