Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
26 Декабрь 2019, 06:47

Рухландырҙы, һоҡландырҙы

Балтас районынан Амалия “Сыңрау торна”ны Мәскәүҙә яңғыратты

“Оҙон көй” төбәк-ара башҡорт йыры конкурсы лауреаты Амалия Ғәйниәхмәтова һәм уның уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рая Хәмәева өсөн ағымдағы йыл бик уңышлы булды.
Башҡортостандың 100 йыллығына бағышланған республика концерты Балтас ҡыҙы башҡарыуындағы башҡорт халыҡ йыры менән асылды. Республиканың сәнғәт оҫталары менән бергә ҙур сәхнәлә сығыш яһаған һәләтле ҡыҙ концертта ҡатнашҡаны өсөн Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Амалия “Талант ҡанаттарында” проекты сиктәрендә Өфөлә үткән халыҡ-ара конкурс-фестивалдә 1-се дәрәжә лауреат исемен яуланы. Һәм, ниһайәт, декабрь башында тағы ла мәртәбәле еңеүгә иреште: Мәскәүҙә “Онежский” мәҙәниәт үҙәгендә балалар һәм өлкәндәрҙең IMUSIOII халыҡ-ара эстрада һәм халыҡ вокалы конкурстарында ҡатнашып, Амалия Ғәйниәхмәтова 1-се дәрәжә лауреат исемен яулап ҡайтты! Бирелә донъяның төрлө илдәренән килгән 77 конкурсант башҡарыу һәләтен һынаған. Ә беренсе конкурста Рәсәй, Белорусия һәм Литванан 120 конкурсант ҡатнашҡан булған.
Бәйгеселәрҙе башҡарыу оҫталығы һәм башҡарыу техникаһына, артислыҡҡа, программа дәрәжәһенә ҡарап баһалайҙар. Ҡатнашыусының сығышы 50 баллы система буйынса билдәләнгән. Һәр критерий буйынса иң юғарыһы 10 балл. Амалия Ғәйниәхмәтова илебеҙ баш ҡалаһы сәхнәһендә башҡорт халыҡ йыры “Сыңрау торна”ны башҡарып, “Халыҡ вокалы — соло” номинацияһында 1-се урынға лайыҡ булды!
Амалияны, уның һәләттәрен асыуға һәм үҫтереүгә күп көс һалыусы ата-әсәһен, уҡытыусы Рая Мәснәүи ҡыҙын сираттағы еңеүҙәре менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Гөлнара Шәймөхәмәтова.
Читайте нас