Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
22 Декабрь 2019, 15:15

Башлыҡ бүләгенән мәхрүм ҡалмағыҙ

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Яңы йыл алдынан Республика Башлығының бүләктәрен алыу һәйбәт йолаға әүерелде беҙҙә. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тарафынан биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләргә 5 миллион 300 мең һумға 16 меңгә яҡын бүләк әҙерләнде.
Мәҫәлән, Туймазы районы һәм Туймазы ҡалаһында халыҡҡа социаль ярҙам үҙәктәре хеҙмәткәрҙәре Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу булып кейенеп, йорттар буйлап йөрөп бүләктәрҙе таратты, сабыйҙарҙы һөйөндөрҙө. 57 ишле ғаилә белгестәр ҡулынан матур бүләк алып ҡыуанды. Бәләбәй ҡалаһы һәм районының 77 ғаиләһе тәмле-татлы ризыҡтар тултырылған йыл символдары – йомшаҡ уйынсыҡтар алды.
Өфө ҡалаһының Ленин районында Яңы йыл бүләктәрен тапшырыу тантаналы шарттарҙа үткәрелде.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республика бюджеты иҫәбенән Яңы йыл бүләктәрен алыуға 14 йәшкә тиклемге биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән аҙ килемле ғаиләләр хоҡуҡлы. Әгәр ҙә ғаилә халыҡты социаль яҡлау органдарында иҫәптә торһа, документтар йыйыуҙың кәрәге юҡ. 18 йәшкә тиклемге биш балаһы булған күп балалы ғаилә иҫәптә тормаһа, мотлаҡ ошо органға мөрәжәғәт итергә тейеш.
“Демография” төбәк проектының бер бәләкәй өлөшө генә әле был сара. Республика власы ишле ғаиләләрҙең социаль хәлен яҡшыртыу буйынса ҙур аҙымдар яһай, киләсәктә тәьҫирле саралар тағы ла күберәк булыуын теләйбеҙ.
Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас