Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Баш
Рус
Тат
Новости
18 Декабрь 2019, 06:15
Владимир Путин: “Ливияла хәлде ҡырҡыулаштырырға ярамай”
#ВладимирПутин
Рәсәй Президенты Владимир Путин телефон аша Германия канцлеры Ангела Меркель менән Ливиялағы хәлде көйләү мәсьәләләре буйынса фекер алышты. Кремлдең матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, был темаға дәүләт етәкселәре ҙур иғтибар бирҙе.
“Ливия көрсөгө проблемаларына айырым иғтибар бирелде, – тиелә белдереүҙә. – Хәлдең киҫкенләшеүенә юл ҡуймау һәм тыныс диалогты яңыртыу мөһимлеге айырып билдәләнде”. Владимир Путин Германия менән БМО яғынан ошо йүнәлештәге тырышлыҡтарға Рәсәйҙең булышлыҡ итергә әҙер булыуын раҫланы.
Владимир Путин менән Ангела Меркель төрлө кимәлдә бәйләнеш булдырырға килеште.
Фото: russia-now.com
Автор: Лилия Давлетбакова
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/Vladimir-Putin--Liviyala-h-lde-ir-iulashtirir-a-yaramay-43030/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"