Районыбыҙҙа мәғариф учреждениелары араһында Театр йылына, республикабыҙҙың һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан иғлан ителгән үҙешмәкәр театр коллективтарының фестиваль-конкурсы бара. Саралар район хакимиәте башлығы күрһәтмәһе буйынса ойошторола.
Район мәғариф бүлеге методисы Флидә Фәүзәт ҡыҙы Вәлиәхмәтова хәбәр итеүенсә, әлегә 11 мәктәп һәм ете балалар баҡсаһы коллективы сығыш яһаған. Фестиваль–конкурс киләһе йылда тамамланып, йомғаҡ яһаласаҡ.
Асҡын 2-се мәктәбе уҡытыусылары сығышын ҡарарға килергә онотмағыҙ. Спектакль 18:30 сәғәттә башлана. Инеү бушлай.