Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
15 Декабрь 2019, 11:00

Солтанбәктәр Яңы йылға әҙерләнә!

Мәктәп алдындағы ҡарҙан яһалған һындар байрам кәйефе тарата.

Мөғжизәле Яңы йыл яҡынлаша. Районыбыҙҙа ла байрамға әҙерлек йылдам бара. Төрлө учреждение һәм ойошмалар, йорттар сағыу гирляндалар менән биҙәлә, шыршылар ҡуйыла, боҙ ҡаласыҡтары, һырғалаҡтар төҙөлә.
Солтанбәк урта мәктәбе коллективы ла мөғжизәле байрамға әүҙем әҙерләнә. Мәктәп директорының тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары Розалия Факкарова хәбәр итеүенсә, кисә уҡыусылар һәм уҡытыусылар бергәләп мәктәп алдында ҡарҙан һындар яһап, төрлө сағыу төҫтәргә буяп ҡуя. Хәҙер мәктәп алды Яңы йыл кәйефе таратып, балҡып тора. Афарин, солтанбәктәр!
Наилә Имаева.
Читайте нас