Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
14 Декабрь 2019, 12:40

Бөгөн Салауат ҡалаһында йәштәрҙең яңы тарихы башлана!

Каринэ Хәбирова инициативаһы менән "Үҫеш биләмәһе" республика йәштәр форумдары Башҡортостандың ҡала-райондарында ла үткәрелә.

Салауатта бөгөн республиканың министрлыҡтары һәм ведомстволары әҙерләгән биш платформа эшендә 1200-ҙән ашыу унынсы класс уҡыусыһы ҡатнашасаҡ. Улар:
- «Һәр кем еңә ала» физкультура-спорт платформаһы;
- «Лидер траекторияһы» һөнәри үҫеш һәм шәхес формалашыу платформаһы;
- «Сәнғәт тормош стиле кеүек» мәҙәни-ижади платформаһы;
- "Дөрөҫ хайп» мәғлүмәт медиа-платформаһы;
- «Интеллект көсө» ғилми-ижади платформаһы.

Форум аҙағында «Башҡортостан - үҫеш биләмәһе» идея-мәғәнәүи платформаһы һәм концерт уҙғарыласаҡ.

#ТерриторияРоста #ТерриторияРостаСалават #РаскройСвоюСилу #СпортБашкортостана #МолодёжьБашкортостана #ММПСРБ

Фото:" В контакте"


Яңылыҡ авторы: Айбулат ИШНАЗАРОВ
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/b-g-n-salauat-ala-ynda-y-sht-r-e-ya-y-tarikhy-bashlana/
Читайте нас