Өлкән йәштәге бәйгеселәр араһында Иҫке Ҡаҙансынан Мәмдүнә Зарипова 36 тауыш йыйып I урынға сыҡты. Урмияҙҙан Зөһрә Ғайнуллина (18) менән Сәлимә Әбүбәкерова (18) II урынды бүлеште.
Урта йәштәгеләр араһында Ҡышлауйылға мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльмира Шәйхуллина 618 тауыш йыйып, I урынға сыҡты.
Мишкәнән Лилиә Хәсәнова(414) — II, Солтанбәктән Алһыу Фәррәхова (106) — III .
Студенттар араһында Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы филология һәм мәҙәниәт-ара коммуникациялар факультеты студенты Азалия Сәхәүетдинова 414 тауыш йыйып — I урынға сыҡты, Зилиә Вәлиева (400) — II , Илнара Закирова(231) — III.
Уҡыусылар араһында Ҡарткиҫәк мәктәбе уҡыусыһы Вилназ Ахунов 367 тауыш йыйып I урынға сыҡты, Иҫке Ҡаҙансы мәктәбенән Юлиә Тимерғәлиева (35) — II, Лилиә Заманова(29)— III.
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ!
Асҡын районынан Ғәлиә Әхмәтғәлиева, Диана Шәймәрҙәнова, Фәриҙә Сәлихова, Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы студенттары —Миләүшә Солтанова, Гөлсәсәк Шәрифғәлиева һәм башҡорт- рус бүлегендә белем алыусы беренсе курс студенттарына конкурста ҡатнашыуҙары өсөн рәхмәт белдерәбеҙ!
Артабан да шулай телһөйәр, илһөйәр, рухлы булып ҡалығыҙ!